Милли проекттар
18 Июнь 2021, 04:30

Бүздәк дауаханаһына - яңы ҡорамалдар

Флюорография кабинеты йүнәлтмәһеҙ һәм алдан яҙылмайынса ҡабул итә. Үҙең менән паспорт алыу ҙа етә.

Бүздәк үҙәк район дауаханаһында яңы заманса ҡорамалдар – “Маммо-4-“МТ” рентген маммографы һәм “Ренекс-Ф5000” һанлы флюорография аппараты файҙаланыуға тапшырылды.
Был ҡорамалдарҙы урынлаштырыу өсөн “Престиж-МИКС” подрядсы ойошмаһы тарафынан кабинеттарға капиталь ремонт үткәрелгән. Әле аппараттарҙы монтажлау, йыйыу, урынлаштырыу эштәре тамамланған.
- Маммография тикшеренеүенә пациенттарҙы яҙҙырыуҙы участка терапевтары, акушер-гинекологтар һәм табип-онколог башҡара, - ти дауахананың баш табибы Айрат Хажиев. - Флюорография кабинеты йүнәлтмәһеҙ һәм алдан яҙылмайынса ҡабул итә. Үҙең менән паспорт алыу ҙа етә. Тикшереү һөҙөмтәһе тиҙ әҙерләнә.
Тимәк, бүздәктәр сәләмәтлектәрен яҡшыраҡ хәстәрләй, ваҡытында тишеренеү үтә һәм дауалана аласаҡ.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, ямаш шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп тикшереү үткәреү алымдарын ҡулланыу.
Милли проектты тормошҡа ашырыу барышында өлкәндәрҙең медицина хеҙмәтләндереүенән файҙаланыу мөмкинлеген һәм сифатын арттырыу ҡаралған.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Читайте нас