Милли проекттар
18 Июнь 2021, 06:00

Грант аҡсаһына заманса предприятие асҡандар

Дәүләт ярҙамы менән “Яковлевка” һөт ризыҡтары йогурт, сыр, ҡорот сығара башлай.

Баймаҡ районындағы “Яковлевка” ауыл хужалығы кооперативының үҫеш тарихы 2007 йылдан башлана. Ул осорҙа бер төркөм инициативалы граждандар ауыл халҡынан һөт йыйыу, сеймалды һаҡлау, ташыу, таҙартыу һәм һатыу өсөн кооперативҡа берләшергә ҡарар итә. 2017 йылда улар һөттө тоҡсайға тултырып һатыу өсөн ҡорамалдар һатып алырға була. Ауыл хужалығы министрлығының ауыл хужалығы кооперативтарына дәүләт ярҙамы күрһәтеүе тураһында белеп ҡалалар һәм бизнес-план әҙерләп, ошо ярҙамдан файҙаланырға ниәтләйҙәр.
Баймаҡ районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, һөҙөмтәлә кооператив матди-техник базаны үҫтереүгә дүрт миллион һум грант ота. 2018 йылда етештереүҙе үҙгәртеп ҡора, кооперативта ағзалар һаны арта. Килемде үҫтереү проектын тормошҡа ашырыуға йәнә бер грант та оталар. Дәүләт ярҙамы менән “Яковлевка” һөт ризыҡтары йогурт, сыр, ҡорот сығара башлай.
Продукцияны нигеҙҙә Баймаҡ, Йылайыр һәм Хәйбулла райондарындағы уҡыу һәм медицина учреждениеларына һата. Предприятие үҙен бик тәмле һәм, иң мөһиме, сифатлы ризыҡтар тәьминәтсеһе итеп күрһәтеп тә өлгөрҙө.
Мәғлүм булыуынса, республикала йүнселдәргә күрһәтелгән дәүләт ярҙамы саралары Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары менән раҫланған "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" милли проектын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә.
Фото: agriculture.bashkortostan.ru/presscenter/news/375433/
Читайте нас