Башҡортостандың ауыл хужалыҡтары техника паркын яңыртыуҙы дауам итә. Быйыл биш айҙа предприятиеларға 5,1 миллиард һумға торошло 1611 берәмек техника һатып алынған. Был уҙған йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда 45 процентҡа күберәк.
"Тармаҡты үҫтереүҙең төп факторҙарының береһе уның техник яҡтан тәьмин ителеүенә бәйле. Һис шикһеҙ, был йәһәттән Ауыл хужалығы етештереү комплексы паркын яңыртыу маҡсатындағы төбәк һәм “Росагролизинг” акционерҙар йәмғиәтенең ташламалы программалары эшкә ҙур өлөш индерә", – ти Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.
Уның билдәләүенсә, республиканың ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәре ташламалы лизинг программаларын әүҙем файҙалана. Йыл башынан “Росагролизинг"ка 521 берәмек техника алыуға барлығы 2,7 миллиард һумға ғариза бирелгән, уларҙың 370-е хуплау алған, йәғни дөйөм суммаһы 1,85 миллиард һумлыҡ техника алыуға мөмкинлек тыуған.
Был эштең күләмен арттырыу маҡсатында Башҡортостан Хөкүмәте һәм “Росагролизинг” акционерҙар йәмғиәте араһында килешеү төҙөлгән, уға ярашлы, тәүге иғәнәгә һәм лизинг түләүҙәренең ҡалған өлөшөнә субсидия бүлеү ҡаралған.
Был сара Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын ғәмәлгә ашырыуға булышлыҡ итә. Ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүҙе арттырыу нигеҙе тармаҡты техника менән тәьмин итеүгә бәйле.
Фото: Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы сайты.