Ҡыйғы районында ҡыҫҡа ваҡытта – биш айҙа яңы асфальт-бетон заводы төҙөнөләр. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте.
“Республиканың төньяҡ-көнсығышы үҫешә. Ҡайҙалыр, Өфөнән алыҫ арала урынлашыуға бәйле беҙгә үҙәк райондарға кеүек етерлек иғтибар күрһәтмәйҙәр, тип үпкәләйҙәр. Төп мәсьәләләрҙең береһе – юлдар. Шуға ла асфальт-бетон заводы төҙөү бурысы ҡуйҙыҡ, кисә Ҡыйғы районының Дүшәнбәк ауылында уны астыҡ”, – тип белдерҙе Радий Хәбиров.
Заводтың йыһазланышы асфальт-бетон ҡатнашмаһының төрлө төрөн сығарыу мөмкинлеге бирә.
Башҡортостан Башлығы ҙур ваҡиға айҡанлы етәкселекте һәм Ҡыйғы районы халҡын ҡотланы. “Әйткәндәй, асфальт-бетон заводы – Ҡыйғы районында бер йыл эсендә сафҡа индерелгән икенсе предприятие. Ҙур булмаған район өсөн был бик яҡшы. Зөһрә Мәүлитбай ҡыҙы һәм коллегалар, уңыштар!” - тине ул.
Әйтергә кәрәк, был мөһим башланғыс Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектын бойомға ашырыуға, яҡшы юлдар һалыуға булышлыҡ итәсәк.