Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Демография” милли проектының “Мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” проекты нигеҙендә республикала бихисап эштәр тормошҡа ашырыла.
Мәҫәлән, күптән түгел Нефтекама ҡалаһында хеҙмәтте һаҡлау буйынса Республика ведомство-ара комиссияһының инспекциялар советы ултырышы үтте, улар ҡалалағы ойошмаларҙа хеҙмәт шарттарын һәм уны һаҡлау мөмкинлектәрен тикшерҙе, Туймазы районының ауыл хужалығы предприятиеларында үҙйөрөшлө машиналарҙы эксплуатациялау ҡағиҙәләре үтәлешен баһаланы.
Совет эшенә ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Тимур Кәримов етәкселек итте, ултырышта күҙәтеү һәм контроль буйынса дәүләт органдары вәкилдәре, республиканың профсоюз федерациялары ағзалары һәм башҡа белгестәр ҡатнашты.
Нефтекамала хеҙмәтте һаҡлау, мәшғүллек мәсьәләләре һәр саҡ урындағы хакимиәт иғтибары үҙәгендә – быны Тимур Кәримов билдәләп үтте. Мәҫәлән, хеҙмәтте һаҡлау айлыҡтары даими үтә, ошо йүнәлеш буйынса ҡала координация советы ултырыштары ойошторола, муниципаль ойошмаларҙа хеҙмәтте һаҡлау ҡануниәте үтәлеше тикшерелеп тора.
Кисекмәҫтән хәл итәһе проблемалар ҙа барланды, уларҙы хәл итеү юлдары билдәләнде.