Күптән түгел Республика клиник онкология диспансерында ҡалҡан биҙе яман шешенә ҡағылышлы семинар уҙған, унда ошо йүнәлеш буйынса эшләгән республика белгестәре ҡатнашҡан.
Баш һәм муйын бүлегенең 1-се категориялы табибы Марат Мөнир улы Замилов хеҙмәттәштәрен ҡалҡан биҙе яман шешен диагностикалау һәм дауалау үҙенсәлектәре менән таныштырған. Семинарҙа шулай уҡ сир барлыҡҡа килеү буйынса хәүеф төркөмөнә ҡарағандар мәсьәләһе тикшерелгән, ошо төркөмдәге пациенттарҙы операциянан һуң күҙәтеү ысулдары, нескәлектәре барланған.
Шулай уҡ онкодиспансер нигеҙендә сирҙе яңы алымдар менән хирургия дауалауы мөмкинлектәре баһаланған.
Бындай саралар “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты нигеҙендә үткәрелә. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы булдырылған ошо ғәмәлгә ярашлы, республикабыҙҙың медицина тармағы һуңғы йылдарҙа ҙур үҙгәрештәр кисерә, район һәм ҡалаларҙағы һаулыҡ һаҡлау учреждениеларының матди-техник базаһы заманға ярашлы яңыртыла.