Милли проекттар
21 Июнь 2021, 07:00

Яңы техника табиптарға ярҙам итә

Дүртөйлө үҙәк район дауаханаһына 80 компьютер һатып алынды.

Дүртөйлө районы хакимиәте мәғлүмәттәренә ярашлы, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты буйынса Дүртөйлө үҙәк район дауаханаһына түбәнге звено медицина персоналы өсөн 80 компьютер һатып алынды.
“Әле техниканы урынлаштырыу, көйләү, автоматлаштырылған эш урындары булдырыу менән шөғөлләнәләр. Компьютерҙарҙың техник үҙенсәлектәре заман талаптарына тулыһынса тап килә. Улар пациенттың ауырыуы тураһындағы мәғлүмәтте йылдам табыу, лаборатор һәм диагностика тикшереүҙәре һөҙөмтәһен тиҙ арала базаға индереү, һаҡлау мөмкинлеген бирә. Хәҙер беҙҙә дауалау процесы әүҙемләшәсәк, табип ваҡытты экономиялап, пациенттарҙы йылдамыраҡ ҡабул итәсәк”, – тине Дүртөйлө үҙәк район дауаханаһының баш табибы Айҙар Хаматов.
Мәғлүм булыуынса, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты Рәсәйҙә ил Президенты Владимир Путиндың 2018 йылдың 7 майындағы “2024 йылға тиклем Рәсәй Федерацияһында үҫештең милли маҡсаттары һәм стратегик бурыстары тураһында”ғы 204-се Указына ярашлы тормошҡа ашырыла.
Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/113347
Читайте нас