Күптән түгел Башҡортостандың финанс министры Лира Иғтисамова рәйеслегендә Башҡортостан Республикаһы халҡының финанс грамоталылығын күтәреү буйынса координацион советтың сираттағы кәңәшмәһе булды.
Был сара координацион советтың 4 марттағы кәңәшмәһе протоколын тормошҡа ашырыу, республиканың Мәғариф һәм фән министрлығының “Финанс грамоталылыҡ буйынса онлайн дәрестәр” проектында ҡатнашыуы, республикала Бөтә Рәсәй финанс грамоталылығы аҙналығын үткәреү кеүек һорауҙарға арналды.
Координацион совет рәйесе, республиканың финанс министры Лира Иғтисамова Рәсәй Финанс министрлығының Финанс грамоталылығы федераль үҙәге ярҙамында республика халҡының финанс грамоталылығын күтәреү буйынса эш барышы хаҡында һөйләне. Координацион совет рәйестәше, Башҡортостан буйынса Милли банк – бүлексә идарасыһы Марат Кашапов советтың үткән кәңәшмәһенән һуң бүлексә ҡатнашлығында һәм үҙенең рәйеслегендә халыҡтың финанс грамоталылығы буйынса үткәрелгән эш менән таныштырҙы. Был – эшҡыуарлыҡ субъекттары һәм республика Прокуратураһы, Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы ярҙамында кибермутлыҡҡа ҡаршы саралар.
Марат Кашапов яңы “Маркетплейс” финанс һанлы платформаһын алға этәреү буйынса алып барылған әүҙем эш хаҡында ла әйтте. Был иһә Рәсәйҙең төрлө төбәгенән финанс продукттарҙы ҡулланыу мөмкинлеген аса. Өҫтәүенә, ошо эштең алып барылыуы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Һанлы иҡтисад” милли проекты бурыстарын да тормошҡа ашырырға ярҙам итә.
Сарала айырым иғтибар “Башҡортостан Республикаһы электрон порталы”нда “Финанс грамоталылығы” бүлеген (https://edu.bashkortostan.ru/finance/) интернет селтәрендәге дөйөм мәғлүмәт мәғариф ресурсы булараҡ файҙаланыуға арналды. Фото: БР Финанс министрлығы.