Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, Башҡортостанда тәүге медицина-санитария ярҙамын камиллаштырыу, йоғошло булмаған хроник сирҙән, ҡан әйләнеше системаһы ауырыуҙарынан, яман шештән яфаланған кешеләрҙе диспансерҙа күҙәтеүҙе ойоштороу маҡсатында “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы үткәрелә.
Яңауыл районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ошо көндәрҙә Ямаҙы ауыл табип амбулаторияһында күсмә табиптар бригадаһы, шулай уҡ флюорография һәм маммография үтеү өсөн күсмә комплекс эшләй башланы. Бынан тыш, күсмә ФАП-та коронавирусҡа ҡаршы вакцина яһау ойошторолдо.
“Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһының тәүге көнөндә Ямаҙы ауыл биләмәһенән генә 140-тан ашыу кеше һаулығын тикшертте. “Сәләмәтлек поезы” артабан Яңы Артауылда, Эткенәлә, Киҫәкҡайында туҡтала. Акция 2 июлгә тиклем дауам итә.
Фото: yanaul.bashkortostan.ru/presscenter/news/376220/