Республикала Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы илдәге иң эре “Суперджоб” рекрутинг IT компанияһы менән берлектә саралар үткәрә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, улар араһында республикала хеҙмәт ресурстары сифатын һәм файҙаланыу мөмкинлеген арттырыу буйынса оҙайлы проектты тормошҡа ашырыу тураһында килешеү төҙөлгәйне.
“Суперджоб” рекрутинг платформаһының онлайн - программаһына ярашлы, Башҡортостан халҡы өсөн тәүге махсус белем проекты тәҡдим ителде. “Резюме – әңгәмә үткәреүҙә VIP- пропуск” тип аталған вебинар республиканың төрлө ҡалаларынан 130 ҡатнашыусыны йыйҙы. Компанияның профориентация бүлеге эксперты Артем Дорошин эш эҙләүселәргә резюмены нисек иғтибарҙы йәлеп итерлек яҙыу тураһында һөйләне һәм төбәктә юғары хеҙмәт хаҡы түләнеүсе эш табыу буйынса кәңәштәр бирҙе. Уның әйтеүенсә, республикала йәшәүселәр резюмены тикшереү сервисынан бушлай файҙалана ала.
Компания хеҙмәт баҙарында республика халҡының конкуренцияға һәләтлеген арттырыу мөһимлеген билдәләй. Лекторҙар резюмены яҡшыраҡ яҙырға, бөгөн эште нисек, ҡайҙа эҙләргә, әңгәмәләшеүҙе үтеү күнекмәләренә өйрәтәсәк. Әлбиттә, барыһы ла бушлай. Айырым йүнәлеш йәш быуынға – республиканың кадрҙар резервына йүнәлтелгән. Эксперттар уҡыусыларға һәм ата-әсәләргә профессиональ үҫеш стратегияһын билдәләргә ярҙам итәсәк. Йыл аҙағына тиклем бушлай онлайн-курстар даими үткәреләсәк.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам” милли проектын тормошҡа ашырыу барышында 2024 йылға ошондай мөһим мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәк буласаҡ: хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү нигеҙҙәрен өйрәнеүгә йүнәлтелгән кадрҙар әҙерләү системаһын формалаштырыу, шул иҫәптән, һанлы технологияларҙы һәм платформалы ҡарарҙарҙы файҙаланыу менән; хеҙмәт етештереүсәнлеге үҫешенә ҡамасаулаған норматив-хоҡуҡи һәм административ сикләүҙәрҙе ҡыҫҡартыу, шулай уҡ иҫкергән һәм етештереүсәнһеҙ эш урындарын алмаштырыу юлы менән.