Милли проекттар
23 Июнь 2021, 10:30

Үрге Этҡолда “тимер атлы” ҡыҙҙар ярышты

Бәйгенең төп бүләген Йәнырыҫ ҡыҙы яуланы.

Ишембай районы хакимиәтенең милли проекттарҙы һәм программаларҙы администрациялау бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проекты нигеҙендә район хакимиәтенең ҡатын-ҡыҙҙар советы башланғысы менән Үрге Этҡол ауылында автомобиль йөрөткән гүзәл заттар араһында “Автоледи” конкурсы булды.
Бәйгелә үҙҙәренең тимер аттары менән ете кеше ҡатнашты. Сараға ҡыҙҙар үҙҙәре лә, автомобилдәрен дә биҙәп килгәйне. Башҡорт бал ҡорто, ҡеүәтле танк, медицина автомобиле, сәскә түтәле, башҡорт һылыуҡайы – бәйгеселәрҙең бай фантазияһына көнләшерлек!
“Визитка” тип аталған конкурста гәүзәл заттар үҙҙәре менән таныштырҙы, водитель стажы, рулгә ултырыуға этәргән сәбәптәр тураһында һөйләне. Унан һуң “автоледи”ҙар автомобилгә идара итеү оҫталығын күрһәтте. Ҡуйылған бурыстарҙы барыһы ла тиерлек теүәл үтәне.
Бәйгенең төп бүләген Йәнырыҫ ауылынан һигеҙ айлыҡ водитель стажына эйә булған 18 йәшлек Диана Таһирова яуланы. Конкурста ҡатнашҡандарҙың барыһына ла сараның ойоштороусыларынан һәм бағыусыларынан бүләк тапшырылды.
Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/114440
Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/114440
Читайте нас