Нефтекама ҡалаһы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ошо көндәрҙә ҡаланан бер төркөм туристар баш ҡалабыҙҙағы тәбиғәт ҡомартҡылары һәм иҫтәлекле мәҙәни урындар буйлап сәфәр ҡылды. Экскурсия барышында ҡунаҡтар Дуҫлыҡ монументында булды, ҡасандыр ҡаланың төп урамы булған Октябрь революцияһы урамынан үтте, милли батырыбыҙ Салауат Юлаев һәйкәлен, Аксаков исемендәге баҡсаны ҡараны, Салауат Юлаев баҡсаһындағы аҫылмалы күперҙән тирә-яҡты күҙәтте, иҫтәлеккә фотоға төштө.
Сәйәхәтселәр әйтеүенсә, экскурсия барыһының да күңеленә хуш килгән. Күптәре тәьҫораттары менән уртаҡлашып, ошондай сәфәрҙәрҙе йышыраҡ ойошторорға кәрәк, тигән фекер белдерҙе.