Башҡортостан
+21 °С
Болотло
VK
РУС
Telegram
Дзен
МАКС
Милли проекттар
25 Июнь 2021, 05:15
Хеҙмәткәрҙәр белемен камиллаштыра
“Процестар фабрикаһы” программаһы буйынса Башҡортостан предприятиеларынан 450 хеҙмәткәр белемен камиллаштырған.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” милли проектының “Процестар фабрикаһы” программаһы буйынса Башҡортостан предприятиеларынан 450 хеҙмәткәр белемен камиллаштырған.
Был хаҡта иҡтисади үҫеш һәм инвестицион сәйәсәт министры урынбаҫары Айрат Фәхретдинов һәйләне.
- “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” милли проекты эш башлау менән республикала 30-ҙан ашыу “Процестар фабрикаһы” уҙғарылған. Уларҙа 31 ойошма хеҙмәткәрҙәре белемен камиллаштырған. Уҡыуҙа ҡатнашыусылар етештереү процесын, эш планын ғәҙәттәгесә алып бара. Смена аҙағында иһә күрһәткестәрҙе тикшерәләр, етешһеҙлектәргә анализ бирәләр. Артабан эште көйлөрәк алып барыу өсөн саралар күрелә, - тине Айрат Фәхретдинов.
“Процестар фабрикаһы” өс сменала атҡарыла. Был юлы, мәҫәлән, бирелгән ваҡыт эсендә бер деталь – газ баҫымын үлсәү регуляторының пультын эшләргә кәрәк булған. Һәр ҡатнашыусы үҙ бурысын башҡара, һәр кем үҙ ролен үтәй. Етештереү начальнигы, сифатты тикшереүсе, оператор, башҡа белгестәр – барыһы ла үҙенә тейешле эште атҡарып сығырға тейеш.
Уҡыуҙа дөйөм килеме йылына 400 миллион һум тәшкил иткән ойошмалар ҡатнаша ала. Бының өсөн
Производительность.рф.
сайтында теркәлергә кәрәк.
ВладимирПутин
#национальныепроекты
#нацпроекты
#региональныепроекты
#регпроекты
#нацпроектыБашкортостан
Фото: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=51932
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"