Күгәрсен районында йәшәгән Ринат Хоҙайғолов яңы ғына эшһеҙ ине, ә хәҙер ул шәхси эшҡыуар һәм эш биреүсе. Уның ҡул аҫтында әле һигеҙ кеше хеҙмәт итә, шул иҫәптән ике инвалид махсус программа буйынса урынлаштырылған.
Ринат Хоҙайғолов ағас эшен дәүләттән старт капиталы ярҙамында һатып алған бер станоктан башлай. Предприятиены ҡорамалдар менән тәьмин итеүҙә оҫталыҡтан тыш, аҡылыңды эшкә егеп, төрлө ҡулайламалар уйлап табыу ҙа ярҙам итә. Эшҡыуар бизнесын киңәйтергә, яңы хеҙмәт урындары булдырырға уйлай.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2020 йылда Башҡортостанда халыҡтың ярлылыҡ кимәлен кәметеүгә һәм килемен күтәреүгә йүнәлтелгән федераль проект тормошҡа ашырыла. Адреслы социаль ярҙам социаль контракт нигеҙендә аҙ килемле ғаиләләргә күрһәтелә. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға тиклем “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проектына ярашлы, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарының финанс ресурстарын алыуға, шул иҫәптән льготалы финанслауға мөмкинлектәре арттырыласаҡ. Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ өлкәһендә мәшғүлдәрҙең һанын, шәхси эшҡыуарҙарҙы ла индереп, 25 миллионға еткереү планлаштырыла.
Фото: Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.