Милли проекттар
26 Июнь 2021, 05:30

Мәсәғүттә Ғаилә паркы төҙөлә

Дыуан районы үҙәге Мәсәғүт ауылында әүҙем ял итеү өсөн тәғәйенләнгән ҙур Ғаилә паркы төҙөлөшөнөң икенсе этабы башланды.

Дыуан районы үҙәге Мәсәғүт ауылында әүҙем ял итеү өсөн тәғәйенләнгән ҙур Ғаилә паркы төҙөлөшөнөң икенсе этабы башланды. Был эш ил Президенты Владимир Путиндың "май" указдары буйынса тормошҡа ашырлыған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль проекты сиктәрендә башҡарыла.
Былтыр ҡасандыр ташландыҡ булған ошо майҙанда тротуарҙар һалынған, балалар һәм баскетбол уйындары урыны өсөн резина япма түшәлгән, ял итеү һәм өҫтәл уйындары зоналары, автотуҡталҡа эшләнгән, яҡтыртыу булдырылған. Быйыл паркка килеү юлы эшләнгән, балалар майҙансыҡтары ҡоймалана, уйын комплекстары ҡорола, эскәмйәләр һәм сүп һауыттары урынлаштырыла. Артабан был матурлыҡтың оҙаҡ йылдар һаҡланыуы, таҙалыҡ һәм бөхтәлек Мәсәғүт халҡына бәйле.
Фото: Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы сайтынан.
Читайте нас