Милли проекттар
26 Июнь 2021, 07:30

Сифат өлкәһендә диплом тапшырҙылар

Республикала Хөкүмәттең былтырғы йылға сифат өлкәһендәге премиялары конкурсына һығымта яһанылар.

Башҡортостандың ауыл хужалығы ойошмалары сифат өлкәһендәге Хөкүмәт премияһына лайыҡ булды.
Республикала Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең былтырғы йылға сифат өлкәһендәге премиялары конкурсына һығымта яһанылар. 25 июндә был конкурс лауреаттарын тантаналы рәүештә тәбрикләнеләр. Шулай итеп, сифат өлкәһендәге беренсе урын “Мәләүез минераль ашламалар” акционерҙар йәмғиәтенә бирелде. Икенсе урынға – “Бай өҫтәле” кооперативы, өсөнсө урынға “Бай” кооперативы һәм шәхси эшҡыуар – крәҫтин-фермер хужалығы етәксеһе К. Аҡсулпанов лайыҡ булды.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был конкурсты Башҡортостан Хөкүмәте, республиканың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы ойошторғайны. Сараның маҡсаты – аҙыҡ-түлек һәм хеҙмәттәр сифатын күтәреү, продукцияны камиллаштырыу, уның сифаты өлкәһендәге юғары ҡаҙаныштарға өлгәшкән, менеджменттың юғары технологиялы ысулдарын уйлап сығарыу, файҙаланыу менән шөғөлләнгән эшҡыуарҙарҙы, ойошмаларҙы дәртләндереү өсөн барлыҡҡа килгән. Был шулай уҡ Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам итеү” милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырырға ярҙам итә.
Фото: БР Ауыл хужалығы министрлығы.
Читайте нас