Милли проекттар
27 Июнь 2021, 12:30

Ҡалтасыла – икеләтә байрам!

Республиканың Ҡалтасы районының ике ауылы халҡы ҙур шатлыҡ кисерҙе.

Республиканың Ҡалтасы районының ике ауылы халҡы ҙур шатлыҡ кисерҙе: Краснохолмск ауылының һигеҙ ғаиләһе авария хәлендәге торлаҡтан яңыһына күсеп ҡыуанды, ә район үҙәге Ҡалтасыла Ял паркы асылды.
Тантаналы сараларҙа республиканың төҙөлөш һәм архитектура министрының беренсе урынбаҫары Алексей Новиков һәм Ҡалтасы районы хакимиәте башлығы Зәбир Ғабдуллин ҡатнашты.
Һуңғы алты йылда Ҡалтасы районы граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡтан күсереү буйынса маҡсатлы эшләй. 2014-2020 йылдар арауығында ошо йүнәлештә 4480,3 квадрат метр торлаҡ төҙөлгән, һөҙөмтәлә 395 кеше яңы һәм уңайлы фатирҙарға күскән.
Өй туйлаусыларҙы республиканың төҙөлөш һәм архитектура министрының беренсе урынбаҫары Алексей Новиков, Ҡалтасы районы хакимиәте башлығы Зәбир Ғабдуллин һәм “Геострой” йәмғиәте директоры Рөстәм Хажиев ҡотланы.
- Һеҙҙе ысын күңелдән ҡотлайым! Һеҙ оҙаҡ көткән фатир асҡыстарын алдығыҙ, - тип мөрәжәғәт итте Зәбир Ғабдуллин яңы торлаҡ хужаларына. – Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте һәм республикабыҙ ярҙамы менән һеҙҙе йылы, уңайлы торлаҡ менән тәьмин итә алыуыбыҙға бик шатбыҙ!
Яңы йортҡа күсеүселәргә төҙөлөш һәм архитектура министрының беренсе урынбаҫары Алексей Новиков та изге теләктәрен еткерҙе.
- Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына ярашлы һәм төбәк Хөкүмәтенең ярҙамы менән Башҡортостанда халыҡты яңы һәм уңайлы торлаҡ менән тәьмин итеү мәсьәләһе планға ярашлы хәл ителә. Беҙҙең бурыс – 2025 йылға тиклем 5 мең самаһы кешене авария хәлендәге торлаҡтан сығарып, яңы фатирлы итеү, - тип билдәләне министрҙың беренсе урынбаҫары.
Артабан район үҙәге Ҡалтасыла Мәҙәниәт йорто биләмәһендәге Ял паркы рәсми рәүештә асылды. Был биләмә “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль проектына ярашлы төҙөкләндерелгән. Башҡарылған эштәр күләме 9 миллион һумдан ашыу тәшкил итә. Проектҡа ярашлы паркта яңы балалар майҙансығы, ололар өсөн ял итеү биләмәһе, балалар автоҡаласығы барлыҡҡа килгән. Шулай уҡ парктағы эскәмйәләр, сүп-сар һауыттары яңыртылған, йәйәүлеләр өсөн юлдар һәм фонтан барлыҡҡа килгән.
Ҡалтасы ауылы халҡы билдәләүенсә, хәҙер урындағы халыҡ һәм ҡунаҡтар өсөн рәхәтләнеп ял итергә тағы бер урын барлыҡҡа килгән.
Артабан сарала ҡатнашыусылар Бурһыҡ ауылына юлланды. Бында Фәндәүс Нафиҡовтың башланғысы һәм аҡсалата ярҙамы иҫәбенә мәсет, ауылға инеү юлы төҙөлгән, зыярат, шишмә, быуа биләмәләре төҙөкләндерелгән, Бөйөк Ватан һәм Граждандар һуғыштары яугирҙәре иҫтәлегенә обелискылар ҡуйылған.
Белеүебеҙсә, республика Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән Башҡортостанда “Атайсал” тип аталған проект тормошҡа ашырыла. Уға ярашлы теләге булған һәр кем тыуған төйәген төҙөкләндереүгә, матурыраҡ итеүгә үҙ өлөшөн индерә ала.
Читайте нас