Өфө ҡалаһы хакимиәте республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы менән берлектә “Батарейкалар йыйыу аҙнаһы” иғлан иткәйне. Ул 22 июндә башланып, иртәгәгә – 28 июнгә тиклем дауам итә. Сара ил Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Экология” милли проектына ярашлы ойошторола.
Ҡулланылған аккумуляторҙар һәм электроника баш ҡаланың Ағиҙел урамында урынлашҡан “Лента” гипермаркеты янындағы махсус пунктта ҡабул ителә. “Батарейкаларҙы үҙегеҙгә уңайлы мәлдә, йәғни тәүлек әйләнәһенә тапшырырға мөмкин”, - тигән аңлатма бирҙеләр Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан.
Билдәле булыуынса, ҡулланылған батарейкалар тирә-яҡ мөхиткә бик насар тәьҫир итә.
- Халыҡҡа көнкүрештәге һәр төрлө ҡалдыҡтар менән дөрөҫ мөғәмәлә итеү мәҙәниәтен һеңдерергә тейешбеҙ. Батарейкаларҙы йыйып, беҙ хәүефле ҡалдыҡтарҙы утилизациялау күләменә лә йоғонто яһайбыҙ, - тип билдәләне акцияны ойоштороусылар.