Милли проекттар
27 Июнь 2021, 13:30

Туймазы йәштәре заманса ҡорамалдарҙы үҙләштерә

Туймазы районы һәм ҡалаһының өлкән класс уҡыусылары һәм студенттары WorldSkills стандарттарына ярашлы үҙенсәлекле ҡорамалдарҙа белемен һәм һәләтен һынап ҡарай алды.

Туймазы районы һәм ҡалаһының өлкән класс уҡыусылары һәм студенттары WorldSkills стандарттарына ярашлы үҙенсәлекле ҡорамалдарҙа белемен һәм һәләтен һынап ҡарай алды. Был республикабыҙҙа ил Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Мәғариф” милли проектын тормошҡа ашырыуға бәйле мөмкин булды.
Ошо көндәрҙә Туймазы дәүләт юридик колледжында өҫтәмә дөйөм белем биреү буйынса курстар тамамланды.
- Курстың тәүге тыңлаусылары 7–9-сы класс уҡыусылары һәм ҡалалағы колледждарҙың беренсе курс студенттары булды, - тип аңлатма бирҙеләр республиканың Мәғариф һәм фән министрлығының матбуғат хеҙмәтендә. – Үҫмерҙәр һәм йәштәр WorldSkills халыҡ-ара стандарттарына тулыһынса яуап биргән үҙенсәлекле, заманса ҡорамалдарҙы өйрәнеп, белемен һәм һәләтен камиллаштырҙы.
Мәҫәлән, “Веб-сайт булдырыу” курсы тыңлаусылары сайт дизайны өсөн эскиздар эшләп өйрәнгән. “Компьютер уйындары өсөн һанлы контент булдырыу” йүнәлеше педагогтары балаларға баҫма макеттар эшләү, flat стилендә һүрәт төшөрөү, фотоларҙы эшкәртеү серҙәрен төшөндөргән. Шуны ла әйтеп үтергә кәрәк: балаларҙы WorldSkills Милли чемпионатының төбәк эксперттары булған колледж уҡытыусылары уҡытҡан.
Барлыҡ ҡатнашыусыларға курс үтеү тураһында сертификат тапшырылған.
Фото: mgazeta.com
Читайте нас