Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарында билдәләнгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарын яҡлау” милли проекты нигеҙендә республикабыҙҙа “Йүнселлек эшмәкәрлеген алып барыу шарттарын яҡшыртыу” төбәк проекты уңышлы тормошҡа ашырыла.
Урындарҙа үҙ кәсебен йәйелдергәндәргә төрлө яҡлап булышлыҡ итеү менән бер рәттән, район-ҡала хакимиәттәрендә “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” үткәреү ҙә ыңғай һөҙөмтә бирә. Ошо көндәрҙә Белорет районы хакимиәтендә уҙғарылған “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ике инвестиция проекты ҡаралды.
Беренсе булып “БР Альпинистар Федерацияһы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы вәкиленең "Эко парк "Малидак" тип аталған проекты ҡаралды. Проект Белорет районы биләмәһендә туризмды, альпинизмды үҫтереүҙе, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалауҙы күҙ уңында тота.
Маҡсаттарын тормошҡа ашырыу өсөн инвесторға финанс ярҙам һәм ер участкаһы талап ителә.
Мәсьәлә артабан эш барышында тикшереләсәк, проектты ғәмәлгә индереү өсөн тейешле ведомство белгестәре ер участкаһы һайлаясаҡ, тигән ҡарар ҡабул ителде.
Икенсе проект “Мәрмәр онтаҡтарынан “Һығылмалы таш” биҙәү материалы етештереү” тип атала. Инвестор Белорет районы биләмәһендә етештереү майҙансығын булдырып, халыҡты киң ассортиментлы, сифатлы материал менән тәьмин итергә ниәтләй.
Муниципаль район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта проект менән ҡыҙыҡһыныуын белдерҙе, инвесторға уңыштар теләне. Проект авторына дәүләт ярҙамы буйынса мәғлүмәт-консультация ярҙамы күрһәтеләсәк.
Фото: Белорет районы хакимиәте сайтынан.