Ҡариҙел районы хакимиәте мәғлүмәттәренә ярашлы, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проекты нигеҙендә Яугилде ауылында 2020 йылдан 150 урынлыҡ күп йүнәлешле мәҙәниәт йорто төҙөлә.
Әле бинаның ҡыйығы монтажланған, фасадтар йөҙләнгән, инженерлыҡ һәм йылылыҡ селтәрҙәре үткәрелгән, эске биҙәү эштәре бара. Шулай уҡ көҙгө, кресло, һанлы пианино һәм синтезатор, музыкаль үҙәктәр, көнкүреш ҡорамалдары, һыу йылытҡыстар, спорт кәрәк-ярағы, хореография ҡулайламалары поставкалауға аукцион тамамланған.
Ҡариҙел районының Ҡараяр ауылында ла 150 урынлыҡ мәҙәниәт йорто һалына. Социаль объект Айырым маҡсатлы социаль программалар фонды аша финанслана. Подрядсы – “Акрополь” йәмғиәте вәкиле белдереүенсә, объектта төп эш тамамланған. Әле биләмәне төҙөкләндереү менән шөғөлләнәләр.