“Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты составындағы “Онкология сирҙәре менән көрәш” федераль проектына ярашлы, Салауат ҡалаһы дауаханаһына лаборатор тикшеренеүҙәр өсөн Primo Star микроскопы килтерелде. Ул федераль бюджет иҫәбенә алынды.
"Заманса микроскоп файҙаланыуҙа ябайлығы, уңайлылығы менән айырыла. Лаборатор тикшеренеүҙәр үткәреүҙә яҡшы ярҙамсы. Уны гематологияла, цитологияла, микробиологияла, иммунологияла ҡулланырға мөмкин, - тине Һаулыҡ һаҡлау министрлығының проект эшмәкәрлеге бүлеге начальнигы Роза Яхина. - Уның конструкцияһы ышаныслы, механикаһы яҡшы, оптикаһы сифатлы, шуға күрә оҙаҡ хеҙмәт итәсәк".
Быйыл ошо проектҡа ярашлы, онкологик ярҙам күрһәтеүсе биш медицина ойошмаһы яңы ҡорамалдар менән йыһазландырылды.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.