Белорет районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, урында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проектына ярашлы байтаҡ эш башҡарыла.
Мәҫәлән, күптән түгел бында тәүге бағыр балығы фермаһы асылды. Ул Инйәрҙән алыҫ түгел урында, Ноҡат йылғаһы буйында урынлашҡан. Ошо көндәрҙә крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе Вадим Күсәрбаев һыуға бағыр ебәрҙе. Көҙгә ул балыҡтың тәүге тауар партияһын алырға, киләһе йыл ике тоннаға тиклем бағыр тотоп, эшмәкәрлеген киңәйтергә ниәтләй.
Йүнсел балыҡты Белорет баҙарында, Өфө һәм Магнитогорск ҡалалары ресторандарына һатыуҙы планлаштыра. Бынан тыш, булдыҡлы эшҡыуар “Агротуризм” программаһы буйынса федераль грант алыу конкурсында ла ҡатнашмаҡсы.