Милли проекттар
7 Июль 2021, 09:35

“30 самаһы үҙәк барлыҡҡа килергә тейеш”

6 июлдә Башҡортостан Хөкүмәтендә республика Премьер-министры Андрей Назаров рәйеслегендәге кәңәшмәлә Башҡортостанда үткәрелгән социаль-реабилитациялау эше мәсьәләләре ҡаралды.

6 июлдә Башҡортостан Хөкүмәтендә республика Премьер-министры Андрей Назаров рәйеслегендәге кәңәшмәлә Башҡортостанда үткәрелгән социаль-реабилитациялау эше мәсьәләләре ҡаралды.
Премьер-министр быйыл февралдә Владимир Путин тарафынан төбәктәргә менталь инвалид балалар тәрбиәләнгән ғаиләләрҙе социаль-реабилитациялау системаһын үҫтерергә тип ҡушылғанлығын хәтергә төшөрҙө.
– Был эш өсөн дәүләт кенә түгел, коммерцияға ҡарамаған, был йүнәлештә махсуслашҡан ойошмаларҙы ла йәлеп итеү мотлаҡ. Инвалидтарҙың файҙалы мәшғүллеге үҙәктәрен ойоштороу республика Хөкүмәтенең 2024 йылға тиклемге эшмәкәрлегенә индерелгән. Тап ошо ваҡытҡа республикала 30-лап ошондай үҙәк барлыҡҡа килергә тейеш, - тип белдерҙе Андрей Назаров.
Республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова әйтеүенсә, бөгөн Өфөлә менталь үҫеш тайпылыштары булған кешеләргә үҙаллы йәшәү һәләтенә өйрәтеү өсөн ике уҡыу-күнектереү фатиры бар. Уҡыу фатирында менталь һәм башҡа үҫеш тайпылыштары булған балалар, үҫмерҙәр йәшәй. Бында уларҙы тормошто көн режимы буйынса ойоштороу, транспортта үҙаллы йөрөү, аҙыҡ-түлек әҙерләү, әйберҙәрҙе ҡарап йөрөтөү кеүек файҙалы эштәргә өйрәтәләр. 2019 йылда һәм 2021 йылдың беренсе яртыһында 200 бала, үҫмер ошондай күнекмәләрҙе үткән.
Әйткәндәй, мартта Башлыҡ гранттарын тормошҡа ашырыу сиктәрендә “Ритм” инвалидтарҙың көндөҙгө файҙалы мәшғүллеге үҙәге асылған. Был иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Демография” милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырырға ярҙам итә.
Фото: Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы.
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас