Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проекты масаттарының береһе – ижади ҡеүәтте асыу, кешеләргә үҙенең талантын күрһәтеү мөмкинлеген биреү.
Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, милли проект нигеҙендә быйыл сентябрҙә Благовар районында “Талантлыбыҙ бергәләп” үҙешмәкәр ижад конкурсын үткәреү күҙаллана.
“Ижади бәйгенең төп бурысы – вокал, театр сәнғәте, хореография һәм инструменталь музыка өлкәһендәге ижади коллективтарҙы асыҡлау һәм уларға оҫталығын үҫтерергә ярҙам итеү”, – тине сараның художество етәксеһе һәм ойоштороусыһы В.Ф. Ҡотлошина.
Район Мәҙәниәт һарайында уҙғарыласаҡ сарала инструменталь башҡарыу, театр сәнғәте (хикәйәнән, мәҫәлдән өҙөк, ҡыҫҡа тамаша), хореография, вокаль башҡарыу кеүек номинациялар ҡарала. Йыр һайлау – ирекле. Конкурстың төп шарты – сығыштарҙа өлкәндәр менән бергә балаларҙың да ҡатнашыуы.
Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/120864