Милли проекттар
9 Июль 2021, 03:45

“Бала саҡ иле” сентябрҙә асыла

Заманса мәктәпкәсә учреждение кескәйҙәрҙе ҡабул итергә тулыһынса әҙер.

“Бала саҡ иле” сентябрҙә асыла“Бала саҡ иле” сентябрҙә асыла
“Бала саҡ иле” сентябрҙә асыла

Дүртөйлө районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Дүртөйлө ауылының Шайморатов урамындағы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Демография” милли проектына ярашлы төҙөлгән заманса мәктәпкәсә учреждение кескәйҙәрҙе ҡабул итергә тулыһынса әҙер. Подрядсы әйтеүенсә, бөгөн бөтә эш тамамланған.

 

– Объект 2019 йылдың авгусында төҙөлә башлай. Ул барлыҡ талаптарға һәм нормативтарға ярашлы проектланған. Бында12 төркөм эшләйәсәк. Һәр береһендә санузел, йоҡо бүлмәһе бар. Аҙыҡ-түлек блогы, музыка, физкультура залдары, медицина кабинеты, пассажир лифты, йөк күтәргес тә ҡаралған. Бинаның эсен-тышын эшләгәндә ныҡлы һәм экологик материалдар файҙаланылған, – тине Өфө газ компанияһының бүлек начальнигы Илдар Сөләймәнов.

 

Әле балалар баҡсаһы етәкселеге лицензия алыу менән мәшғүл.

 

– Баҡса яңы биҫтәнән 220 баланы ҡабул итәсәк. Бында сабыйҙар өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған: уйын, психолог, логопед бүлмәләре бар. Яңы баҡса асылыу менән мәктәпкәсә учреждениеларҙа урындаға ҡытлыҡ бөтәсәк, өҫтәмә эш урындары барлыҡҡа киләсәк. Әле кадрҙар туплайбыҙ, – тине яңы балалар баҡсаһы мөдире Изольда Апкадырова.

 

 “Бала саҡ иле” тип аталған баҡса быйыл сентябрҙә ишектәрен аса.

 

 

Фото: durtuli.bashkortostan.ru/presscenter/news/380233/

Сығанаҡ: СРК | Инфоповод (nationalpriority.ru)

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас