Милли проекттар
10 Июль 2021, 07:30

Башҡортостандан 13 уҡыусы – финалда!

13 уҡыусы “Артек” халыҡ-ара балалар үҙәгенә һайлап алынған. Кемдәр улар - уңышлы, даланлы балалар? Уларҙың исемдәре менән БР Мәғариф һәм фән министрлығы таныштырҙы. 

Башҡортостандан 13 уҡыусы – финалда!Башҡортостандан 13 уҡыусы – финалда!
Башҡортостандан 13 уҡыусы – финалда!

5-7 класс уҡыусылары араһында ойошторолған “Ҙур тәнәфес” конкурсы – ул үҙеңде һәм һәләттәреңде күрһәтеү өсөн бик ҡыҙыҡлы сара. Быйыл ул 26 марттан 24 июлгә тиклем үткәрелә.

Башҡортостан Республикаһынан конкурсҡа 20 меңдән ашыу ғариза ҡабул ителгән, улар араһынан 13 уҡыусы “Артек” халыҡ-ара балалар үҙәгенә һайлап алынған. Кемдәр улар - уңышлы, даланлы балалар? Уларҙың исемдәре менән БР Мәғариф һәм фән министрлығы таныштырҙы:

- Кирилл Р., Өфө ҡалаһының 93-сө физика-математика лицейы;

- Елизавета А., Өфө ҡалаһының 91-се гимназияһы;

- Эмилия С., Туймазы ҡалаһының 6-сы урта мәктәбе;

- Элина Е., Стәрлетамаҡ ҡалаһының 26-сы мәктәбе;

- Резван Г., Туймазы ҡалаһының 8-се урта мәктәбе;

- Асия А., Ейәнсура районының Ф. Солтанов исемендәге Иҫәнғол урта мәктәбе;

- Реналь Х., Туймазы ҡалаһының 7-се урта мәктәбе;

- Дарья С., Өфө ҡалаһының 6-сы лицейы;

- Полина П., Өфө ҡалаһының 41-се мәктәбе;

- Анастасия Н., Дыуан районының Мәсәғүт лицейы;

- Лия Х., Өфө ҡалаһының 11-се Аксаков гимназияһы;

- Ирина У., Мәләүез районының 3-сө гимназияһы;

- Елизавета Б., Өфө ҡалаһының 123-сө лицейы.

Был уҡыусылар ҡатнашасаҡ финал 11-12 июлдә үтә. Улар 8-11 кешенән торған төркөмдәргә бүленеп, “Мәскәү-Владивосток” поезында ойоштороласаҡ үҙенсәлекле сәйәхәткә билет өсөн көрәшәсәк.

 

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан 

Фото: БР Мәғариф һәм фән министрлығы

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас