Милли проекттар
10 Июль 2021, 12:50

Өфө юлдары матурлана

Төҙөкләндереү миҙгеленең аҙағынаса ошо ике проект буйынса 22 юл участкаһы яңырырға тейеш. 

Өфө юлдары матурланаӨфө юлдары матурлана
Өфө юлдары матурлана

Республиканың баш ҡалаһында юлдар ремонтлау миҙгеле ҡыҙғандан-ҡыҙа бара. Юл хужалығы хеҙмәткәрҙәре “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проектына һәм Башҡортостан Республикаһының автомобиль юлдарын ҡарау, ремонтлау, төҙөү һәм реконструкциялау буйынса территориаль заказына ярашлы, урам-юл селтәрҙәрен тәртипкә килтерә. Төҙөкләндереү миҙгеленең аҙағынаса ошо ике проект буйынса 22 юл участкаһы яңырырға тейеш.

Ил Президенты Владимир Путиндың май указдары тарафынан билдәләнгән “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проектына ярашлы 11 урам-юл селтәре участкаһы төҙөкләндерелә. Уларҙың дөйөм оҙонлоғо 20,4 километр тәшкил итә.

Әлеге ваҡытта Әрмән, Ветошников, Николай Дмитриев, Эшсе, Ухтомский урамдарында эштәр йылдам бара. Район һәм Карьер урамдарында ремонт ошо көндәрҙә башланыр, тип көтөлә. Унда әҙерлек эштәре алып барыла.

 

Фото: БР Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас