

Ил Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы Күгәрсен районының үҙәк китапханаһында капиталь ремонт эштәре алып барыла.
Республиканың Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, федераль һәм республика бюджетынан бүленгән аҡсаға заманса ҡорамалдар, кәрәкле йыһаз һәм әҙәбиәт һатып алынған.
“Әлеге ваҡытта бинала стеналарҙы буяу, плитә йәбештереү эше тамамланды, тиергә мөмкин. Ишектәр алмаштырылды, пластик материалдан бүлемдәр яһалды. Шулай уҡ йылылыҡ, һыу, канализация һәм елләтеү системаларына ҡағылышлы эштәр ҙә теүәлләнде. Әле ҡалған эштәр аҙағына яҡынлаша. Бер үк мәлдә биләмәне төҙөкләндереү ҙә алып барыла”, - тип билдәләнеләр Күгәрсен районы хакимиәтендә.
Яҡын арала, йәғни июль уртаһына, барлыҡ эштәр тамамланыр, яңыртылған китапхана үҙ уҡыусыларын ҡабул итә башлар, тип күҙаллана.
Фото: culture.ru
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан