

Чебоксар ҡалаһында “Волга буйының уңышлы ғаиләһе” конкурс-фестивале тамамланды. Ул 2013 йылдан алып һәр йыл ике һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән ғаиләләр араһында үткәрелә.
Конкурста республикабыҙҙан Исмәғилевтәр “Иң татыу ғаилә” номинацияһында еңеүсе дипломына лайыҡ булды. Гөлфәйрүз һәм Ишбулды Исмәғилевтәр Ишембай районында йәшәй, бына 20 йыл инде ата-әсәлек бурыстарын намыҫ менән үтәп, ҡарауһыҙ ҡалған балаларға күңел йылыһын өләшә. Бөгөн уларҙың ҙур ғаиләһендә туғыҙ бала тәрбиәләнә. Өлкәндәренән дүртәүһе хәҙер үҙҙәре ғаиләле инде, бына тигән донъялары, сабыйҙары бар. Ата-әсә бөтә балаларына ла яҡшы тәрбиә бирергә, лайыҡлы итеп оло тормош юлына сығарырға тырыша. Исмәғилевтәрҙең һәр береһе – талант эйәһе, VI Бөтә донъя фольклориадаһында ла уңышлы сығыш яһанылар. Уларҙы тағы ла бер сағыу еңеүҙәре менән ҡотлап, ныҡлы һаулыҡ, ижади уңыштар теләйбеҙ.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, ҡатын-ҡыҙҙарҙың мәшғүллегенә ярҙам итеү, мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы тәрбиәләү өсөн шарттар тыуҙырыу, граждандарҙы сәләмәт тормошҡа ылыҡтырыу “Демография” милли проектының нигеҙен тәшкил итергә тейеш. Тап ошо милли проектҡа ярашлы, балалар тәрбиәләгән ғаиләләрҙең көнкүреш сифатын яҡшыртыу һәм даими ярҙам күрһәтеү буйынса маҡсатҡа ярашлы эш алып барыла.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.