

“Демография” милли проектының “Мәшғүллеккә ярҙам итеү” федераль проектына ярашлы, халыҡтың айырым категорияһына дәүләт тарафынан даими иғтибар күрһәтелә. Шуларҙың береһе – граждандарҙың ярҙамға мохтаж өлөшөнә иҫәпләнгән Һөнәри белем һәм өҫтәмә һөнәри белем биреү программаһы.
Дәүләт ярҙамы менән күптәр бушлай һөнәр күнекмәләрен камиллаштыра, хеҙмәт баҙарында конкуренцияға һәләтлелеген һаҡлай.
Шулай уҡ 50 йәштәге һәм унан да өлкәнерәк ҡатындар, декрет ялындағы әсәләр, мәктәпкәсә йәштәге балалары булған, хеҙмәт мөнәсәбәттәрендә тормаған ҡатындар, эш эҙләүселәр, мәшғүллек хеҙмәттәренә мөрәжәғәт итеүселәр яңы һөнәр алыу мөмкинлегенә эйә. Республикала программаны тормошҡа ашырыуҙың ике төбәк операторы билдәләнгән. Береһе – Республика һөнәри үҫеш үҙәге (“Ворлдскиллс Рәсәй” менән хеҙмәттәшлек итә), икенсеһе – Өфө дәүләт нефть техник университеты. Әлеге ваҡытта республиканың Мәшғүллек үҙәгендә иҫәптә торған 400-ҙән ашыу кеше яңы һөнәрҙәр үҙләштерә.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, ҡатын-ҡыҙҙарҙың мәшғүллегенә ярҙам итеү, мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы тәрбиәләү өсөн шарттар тыуҙырыу, граждандарҙы сәләмәт тормошҡа ылыҡтырыу “Демография” милли проектының нигеҙен тәшкил итергә тейеш. Тап ошо милли проектҡа ярашлы, балалар тәрбиәләгән ғаиләләрҙең көнкүреш сифатын яҡшыртыу һәм даими ярҙам күрһәтеү буйынса маҡсатҡа ярашлы эш алып барыла.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.