

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Йөрәк-ҡан тамырҙары менән көрәш” федераль проектына ярашлы, Республика кардиология үҙәгенә 55 миллион һумлыҡ томограф алынды. Уны әле монтажлау эштәре бара.
Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Динара Еникеева әйтеүенсә, яңы компьютер томографын алыу - тармаҡ өсөн бик ҡыуаныслы, мөһим ваҡиға.
– Рәсәй Президенты Владимир Путин тарафынан илдә ҡан әйләнеше сирҙәренән үлем күрһәткестәрен кәметеү бурысы ҡуйылды. Беҙ уны үтәүгә ҙур иғтибар бирәбеҙ. Хәҙер яңы аппарат алыныу менән бергә халыҡты дауалау мөмкинлектәре лә киңәйәсәк, – тине ул.
Республика кардиология үҙәгенең баш табибы Ирина Николаева әйтеүенсә, “яңы ҡорамал йәрәк-ҡан тамырҙары патологияһын тәрәнерәк һәм ентеклерәк диагнозларға мөмкинлек бирә. Был кардиохирургтарға оператив дауалау тураһында ҡарар ҡабул итеү өсөн кәрәк. Хәҙерге ваҡытта медицина учреждениеһы ауыр ҡорамалдар һәм программа тәьмин ителеше буйынса эре федераль үҙәктәрҙән ҡалышмай”.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологиялар индереү мөһим бурыстар булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновациялы медицина технологиялары индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау, дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.