Милли проекттар
13 Июля 2021, 11:00

Үҙебеҙҙең тәбиғәткә бер ни етмәй!

#Башҡортостандыһайла флешмобы ярҙамында республикала ял итеү өсөн иң яҡшы урындар хаҡында тулыраҡ белергә мөмкин.

Үҙебеҙҙең тәбиғәткә бер ни етмәй!Үҙебеҙҙең тәбиғәткә бер ни етмәй!
Үҙебеҙҙең тәбиғәткә бер ни етмәй!

#Башҡортостандыһайла флешмобы ярҙамында республикала ял итеү өсөн иң яҡшы урындар хаҡында тулыраҡ белергә мөмкин.

Йөҙләгән кеше Башҡортостандың күренекле урындарын ял һәм туризм урыны булараҡ һайлай. Быға – #Башҡортостандыһайла хэштегы менән бирелгән күп һанлы публикациялар дәлил. Улар иһә бөгөн барлыҡ социаль селтәрҙәрҙе биҙәй.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 8 июлдә Рәйес Ғәбитов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә, республикалағы яратҡан урындарының фотоларын, видеоларын һалып, республикала йәшәгәндәрҙе лә үҙҙәренең тыуған яғының тәбиғәте менән бәйле кадрҙарҙы һалырға өндәп,  #Башҡортостандыһайла флешмобын иғлан иткәйне.

Онлайн сараға Республика кардиология үҙәгенең баш табибы Ирина Николаева ла ҡушылды. Ул Йәрмәкәй районынан билдәле Ляховтарҙың усадьбаһы хаҡында хәбәр иткәйне. Ул үткән быуат башында төҙөлгән. “Туған тамырҙарыңды оноторға ярамай, улар беҙҙе көслөрәк, изгерәк итә. Шуға миңә уҡығандарымды үҙ күҙҙәрем менән барып күреү оҡшай”, - тип белдергән Ирина Николаева социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

Акцияға Ҡала Советы депутаты Павел Васильев, күптән түгел Башҡортостандың Баш дәүләт инспекторы булған, отставкалағы полковник, хәҙер инде ЮХХДИ-ның әүҙем ветераны  Динар Ғилметдинов та ҡушылды. Улар икеһе лә Ҡырмыҫҡалы районында урынлашҡан Зәңгәркүлде барып күрергә тәҡдим итә.

Республиканың Йәмәғәтселек палатаһы ағзаһы Святослав Дрейман флешмоб сиктәрендә Айғырбатҡан хаҡында яҙған. “Ялдарығыҙҙы ҡалала үткәргәнсе, ошо ерҙәрҙе барып ҡарағыҙ. Ҡиммәт булмаған турҙар ҙа күп”, - тип яҙған йәмәғәт эшмәкәре.

Флешмоб ярҙамында Өфө ҡалаһының Октябрь районы башлығы Сергей Плотниковтың баш ҡалалағы  Сипайлово биҫтәһендәге Ҡариҙел йылғаһын оҡшатыуын, Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Искәндәр Әхмәтвәлиевтең  Ҡандакүлде яратыуын, республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының бүлек етәксеһе, экологик блогер Ринат Фәтҡуллиндың  “Еҙем” паркындағы Киндерле мәмерйәһенә ғаилә менән барырға яратыуын, Күгәрсен районы хакимиәте башлығының Мораҙым тарҡаулығын иң матур урындарҙың береһе тип һанауын белдек.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: һәр кем http://www.туризм-рб.рф/ сайтында ял өсөн үҙенә ҡулайлы маршрутты һайлай ала. Әйткәндәй, киләһе йылда туризм менән бәйле “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ” милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың махсус указы нигеҙендә барлыҡҡа киләсәк.

Фото: социаль селтәрҙән.

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас