

Өфөләге “БНЗС”тың 15-се төҙөлөш фирмаһы, “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектында ҡатнашып, торлаҡты файҙаланыуға тапшырыу ваҡытын тиҙләткән.
Объектта һаҡсыл етештереү инструменттарын файҙаланғандан һуң бер ҡатлы торлаҡ йорт төҙөлөшө ваҡыты 30 процентҡа ҡыҫҡарған. Был хаҡта республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов хәбәр итте.
– “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты ярҙамында “БНЗС”тың 15-се төҙөлөш фирмаһы Затондағы торлаҡ йорт төҙөлөшө процесы һөҙөмтәлелеген күтәрергә булған. Компания объекттарҙы тапшырыу процесын тиҙләтте һәм, шулай итеп, конкурентлыҡҡа һәләтлелеген арттырҙы, артыҡ сығымдарҙы кәметте. Иҡтисади һөҙөмтә йылына бер пилот участкаһынан ғына ярты миллион һум тәшкил иткән, - тине Рөстәм Моратов.
“Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты ярҙамында етештереү 31 процентҡа артҡан. Участкаға төҙөлөш материалдары ваҡытында килтерелгән һәм 5С системаһы сафҡа индерелгән, тип белдергән Башҡортостандағы Хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендә төбәк компетенциялар үҙәге етәксеһе Руслан Нуретдинов.
Төҙөлөш майҙансығында тәҡдимдәр йыйыу урыны билдәләнгән. Был сара предприятие хеҙмәткәрҙәренең мөмкинлектәрен асыуға йүнәлтелгән.
Фото: pravitelstvorb.ru