

Баймаҡ ҡалаһында һәм Мәсәғүт ауылында ағымдағы йылда балалар поликлиникаларынан тыш, һигеҙ фельдшер-акушерлыҡ пункты һәм ике табип амбулаторияһы төҙөү планлаштырыла.
Башҡортостан Хөкүмәте Президиумы ултырышында республика райондарын һәм ҡалаларын һаулыҡ һаҡлау объекттары менән тәьмин итеү мәсьәләһе ҡаралды.
- Республикала һаулыҡ һаҡлау объекттарын төҙөү эшмәкәрлеге системаға һалынған. Учреждениелар селтәрен нығытыу "Һаулыҡ һаҡлау" милли проектына ярашлы ла, Республика адреслы инвестиция программаһы иҫәбенә лә башҡарыла, - тине ултырышта Премьер-министр Андрей Назаров.
БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса тармаҡта 140 дәүләт учреждениеһы иҫәпләнә. Былтыр Республика адреслы инвестиция программаһына ярашлы 23 объект, шулай уҡ ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә Өфө районында һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһында ике клиник-диагностик инфекция үҙәктәре төҙөлөп сафҡа ингән.
Ағымдағы йылда кардиология үҙәген реконструкциялау, 9-сы һанлы Өфө ҡала, Ғ.Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаларының поликлиникаларын, Учалы ҡалаһында хирургия корпусын, Бөрө ҡалаһында балалар һәм өлкәндәр өсөн, шулай уҡ Саҡмағош ауылында поликлиника төҙөү буйынса эштәр дауам итә.
Ил Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән "Һаулыҡ һаҡлау" милли проектының "Беренсел медик-санитар ярҙам күрһәтеүҙе үҫтереү" проектын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә республикала модулле ФАП-тар һәм халыҡ һаны 101-ҙән 2000 кешегә тиклем булған ауыл-ҡасабаларҙа табип амбулаторияларын төҙөү буйынса планлы эш алып барыла. Быларҙың барыһы ла ауылдарҙы үҫтереү, халыҡҡа уңайлыҡтар тыуҙырыу маҡсатында эшләнә. Әйткәндәй, былтыр йәмғеһе 97 модуль бина урынлаштырылған.
Андрей Назаров билдәләнгән программаны ғәмәлгә ашырыу барышында ведомство-ара килешеп башҡарылған эшмәкәрлектең әһәмиәтен баһаланы һәм Башҡортостан Республикаһының төҙөлөш, финанс һәм иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлыҡтарын муниципалитеттарҙы медицина учреждениелары менән тәьмин итеү эшенә әүҙем ҡушылырға саҡырҙы.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан алынды.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан