Милли проекттар
15 Июль 2021, 10:45

Тикшереү ыңғай һөҙөмтә биргән

“Башкиравтодор” акционерҙар йәмғиәте Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты сараларын тормошҡа ашырыуҙан ыңғай иҡтисади отош ала.

Тикшереү ыңғай һөҙөмтә биргәнТикшереү ыңғай һөҙөмтә биргән
Тикшереү ыңғай һөҙөмтә биргән

“Башкиравтодор” акционерҙар йәмғиәте Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты сараларын тормошҡа ашырыуҙан ыңғай иҡтисади отош ала.

Күптән түгел Башҡортостандың Хеҙмәт етештереүсәнлеге даирәһендәге төбәк компетенциялар үҙәге компанияның ошо милли проектта ярты йыл ҡатнашыуына йомғаҡ яһаны. Милли проект сараларын тормошҡа ашырыуҙағы пилот майҙаны итеп ҡырсынташ онтау һәм сортировкалау линияһы алынған. Ағымдағы процесҡа анализ барышында бер нисә юғалтыу барлығы ла асыҡланған: смена башында ҡорамалдың тулыһынса эшкә ҡушылмауы, селтәрҙе оҙаҡ алмаштырыу, ватылыу арҡаһында туҡтап тороу, материалдарҙы бер урындан икенсе ергә күсереп йөрөтөү.

Һаҡсыл етештереү буйынса эксперттар ҡорамалды тулыраҡ эшкә ҡушыуҙы уңайлыраҡ итеүҙә, уның йоғонтололоғон күтәреүҙә, персоналды өйрәтеүҙә ярҙам күрһәткән. Һөҙөмтәлә ағымдағы процесс ваҡыты 18 процентҡа кәмегән, хеҙмәт етештереүсәнлеге 14 процентҡа артҡан.

Фото: pravitelstvorb.ru.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас