Милли проекттар
16 Июль 2021, 05:30

Өҫтөнлөктәре һанап бөткөһөҙ

Бишбүләктә ошо апппарат ярҙамында ике аҙна эсендә илленән ашыу пациент тикшеренеү үткән.

Өҫтөнлөктәре һанап бөткөһөҙӨҫтөнлөктәре һанап бөткөһөҙ
Өҫтөнлөктәре һанап бөткөһөҙ
Өҫтөнлөктәре һанап бөткөһөҙ
Өҫтөнлөктәре һанап бөткөһөҙ

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тармаҡтың тәүге эвеноһын яңыртыу төбәк программаһына ярашлы, Бишбүләк район дауаханаһына рентгенологик тикшереүҙәр үткәреү өсөн “ДИАКОМ” рентген диагностика комплексы урынлаштырылды.

11,5 миллион һум торған ҡорамал һанлы диагностик һүрәттәр алыуҙан тыш, мәғлүмәтте артабан һаҡлау һәм тапшырыу һәләтенә лә эйә. Ике аҙна эсендә илленән ашыу пациент аппарат ярҙамында тикшереү үткән. Дауахананың баш табибы Андриян Павлов әйтеүенсә, рентген комплексы йәшертен күп сирҙәрҙе асыҡлай, эске органдарҙың рәүешен, ятышын, тонусын аныҡ билдәләргә ярҙам итә. “Ул халыҡты дауалауҙа баһалап бөткөһөҙ өлөш индерәсәк” тип иҫәпләй ул. Һанлы комплекстың өҫтөнлөктәре һанап бөткөһөҙ: һүрәттәр сифаты яҡшы, нурланыш аҙ, мәғлүмәтлелек һәм етештереүсәнлек юғары, пациенттар өсөн ҙур уңайлылыҡ...

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологиялар индереү мөһим бурыстар булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновациялы медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау, дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас