

Республиканың баш ҡалаһында – юлдарҙы ремонтлау барышы ҡыҙған мәл. Был эштәр Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” проектына һәм республика программаһына ярашлы башҡарыла.
Был миҙгелдә Өфөлә ошо ике программа буйынса 22 юл участкаһы яңыртыла.
Әлеге мәлдә Әрмән, Ветошников, Выгонная, Н. Дмитриев, Эшсе хәбәрселәр, Ухтомский урамдарында әүҙем эш бара. Район һәм Карьер урамдарында төҙөкләндереүҙе башларға әҙерлек тамамланып килә.
“Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына ярашлы, Һәҙиә Дәүләтшина һәм Ибраһимов бульварҙарын, Галле ҡалаһы, Парк урамдарын капиталь ремонтлау, 8 Март һәм Комсомол урамдарын реконструкциялау дауам итә. Асфальтты алмаштырыу менән бергә юлсылар башҡа эштәрҙе лә бойомға ашыра.
Өфө ҡалаһы хакимиәте иҫкәртә: юл рәтләү эштәре барған ерҙәрҙә автотранспорт йөрөшөнөң тотҡарланыуы мөмкин. Ҡала хеҙмәттәре Өфө халҡынан һәм ҡунаҡтарҙан хәлде аңлап ҡабул итеүҙе һорай. Уңайлыраҡ булһын өсөн, ремонтлауҙың интерактив картаһын ҡулланырға була. Юл күрһәткестәренә лә ныҡ иғтибарлы булыу һәм кәрәкле урынға барыр өсөн уңайлыраҡ юлды алдан уҡ һайлап ҡуйыу отошло.
Фото: ufacity.info