Милли проекттар
17 Июль 2021, 08:00

"Тарихи матурлығын һәм үҙенсәлеген һаҡларға тейешбеҙ"

Республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә матур яңылыҡ менән бүлеште. Һүҙ – Краснокама районы Николо-Березовка ауылының тарихи өлөшөн күркәмләндереү тураһында.

"Тарихи матурлығын һәм үҙенсәлеген һаҡларға тейешбеҙ""Тарихи матурлығын һәм үҙенсәлеген һаҡларға тейешбеҙ"
"Тарихи матурлығын һәм үҙенсәлеген һаҡларға тейешбеҙ"

Республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә матур яңылыҡ менән бүлеште. Һүҙ – Краснокама районы Николо-Березовка ауылының тарихи өлөшөн күркәмләндереү тураһында.

“Был – республикалағы Кама ярында урынлашҡан берҙән-бер ауыл. Боронғо, бай тарихлы ер. Беҙҙең бурыс – уның тарихи матурлығын һәм үҙенсәлеген һаҡлау”, – тип яҙҙы Радий Хәбиров.

Ауыл илдең Төҙөлөш министрлығы үткәргән бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи ауылдарҙа уңайлы ҡала мөхитен булдырыу маҡсатындағы Рәсәй конкурсында еңеү яулаған.

“Өйгә ҡайтыу” проектына ярашлы, Николо-Березовканың тарихи мөхите тергеҙелә, кәрәкле ерендә һаҡ ҡына замансалаштырыла. Республика Башлығы билдәләгәнсә, ауылдың туристик мөмкинлектәре бик ҙур, ҡунаҡтар күп булыуы көтөлә.

Июлгә Никола сиркәүе эргәһендәге быуаға һәм балалар майҙансыҡтарына алып сыҡҡан кескәй баҡса (сквер) рәткә килтерелгән. Бәләкәй түңәрәк күпер, йәйәүләп ҡарап йөрөү өсөн урындар әҙерләнгән. Әле юлдар рәтләнә, амфитеатр төҙөлә.

“Йыл аҙағына бар эштәр ҙә теүәлләнәсәк”, – тип һығымта яһаған республика етәксеһе.

Николо-Березовкала барған ҙур күркәмләндереү эштәре Рәсәй Федерацияһы Президенты В.В. Путиндың май указына ярашлы булдырылған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының талаптарына тулыһынса яуап бирә.

Фото: vk.com/radiyhabirov

#ВладимирПутин

#национальныепроекты#нацпроекты

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас