Милли проекттар
18 Июль 2021, 08:00

"Эшҡыуарҙарҙың дәрте һүнмәһен"

Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылында эшҡыуарҙар өсөн форум уҙғарылып, бизнесҡа ярҙам буйынса закондар һәм федераль программалар ҡаралды.

"Эшҡыуарҙарҙың дәрте һүнмәһен""Эшҡыуарҙарҙың дәрте һүнмәһен"
"Эшҡыуарҙарҙың дәрте һүнмәһен"

Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылында эшҡыуарҙар өсөн форум уҙғарылып, бизнесҡа ярҙам буйынса закондар һәм федераль программалар ҡаралды.

Сараға урындағы һәм Йылайыр районы йүнселдәре саҡырылғайны. Унда Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, Башҡортостандың Туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Эльмира Туҡанова, республиканың урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса агентлығы башҡарма директоры Рәмил Хисмәтуллин, Ейәнсура районы хакимиәте башлығы Дамир Юланов һәм егерменән ашыу эшҡыуар ҡатнашты.

Эльмира Туҡанова үҙе етәкселек иткән комитет хеҙмәткәре менән берлектә үҙ төбәгендә туризмды үҫтерергә теләгән бизнес вәкилдәренең төрлө һорауҙарына яуап бирҙе, улар шулай уҡ бер нисә туристик объектты ла ҡараны.

Урындағы бизнесты федераль кимәлдә эшләнгән ярҙам программаларына йәлеп итергә тырышабыҙ, – тине Эльмира Туҡанова. – Ҡунаҡсыллыҡ индустрияһын үҫтерергә теләгән эшҡыуарҙар, консультатив ярҙам кәрәкһә, Туризм буйынса дәүләт комитетына һәр ваҡыт мөрәжәғәт итә ала”.

Ул шулай уҡ Башҡортостанда туризмды 2035 йылға тиклем үҫтереү стратегияһы, ҡануниәттә тармаҡҡа бәйле үҙгәрештәр, эшҡыуарҙарға финанс ярҙам саралары тураһында һөйләне. Форумда “Минең бизнес” мобиль офисы ла эшләне.

Сарала Эльмиры Туҡанованың ҡатнашыуы район эшҡыуарҙары өсөн файҙалы булды. Улар араһында күптәр туризм менән шөғөлләнә башланы, был йәһәттән һорауҙары күп ине. Пандемияға бәйле ауыр осорҙа йүнселдәргә нығыраҡ иғтибар кәрәк – улар, бер нигә ҡарамай, эшмәкәрлеген дауам итергә тейеш. Ошондай осрашыуҙарҙы артабан да үткәрәсәкбеҙ”, – тине депутат Зариф Байғусҡаров.

Бындай форумдар ил Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә булдырылған "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү" милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырыуға ҙур өлөш индерә.

Фото: Туризм буйынса дәүләт комитеты.

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан



Автор:Айгөл Йәмилева
Читайте нас