

Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенко һәм Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров берлектәге эш планын тикшерҙе.
Телефон аша һөйләшкәндә улар Владимир Путиндың күрһәтмәләрен үтәүгә, милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙы һәм милли маҡсаттарға өлгәшеүҙе тиҙләтеүгә бәйле федераль округтағы социаль-иҡтисади үҫештең тәү сираттағы бурыстарын билдәләне.
Мәғлүм булыуынса, 19 июлдән Дмитрий Чернышенко Волга буйы федераль округының кураторы итеп тәғәйенләнгәйне. Вице-премьер Рәсәй Хөкүмәтенең, шул иҫәптән Координация үҙәге майҙансығындағы программаларҙы һәм сараларҙы телгә алды.
"Хөкүмәттең Координация үҙәге Президенттың күрһәтмәһе буйынса төҙөлдө. Беҙ уның нигеҙендә тәүлек әйләнәһенә бөтә илдән тәүге мәғлүмәттәрҙе йыябыҙ, Президент менән Премьер-министр күрһәтмәләрен үтәүҙең һөҙөмтәлелеген баһалайбыҙ, милли маҡсаттарға өлгәшеү буйынса төбәктәрҙең эшен күҙәтәбеҙ, инциденттарҙы тикшерәбеҙ, – тине Дмитрий Чернышенко. – Был граждандар мәнфәғәтендә йылдам ҡарар ҡабул итеү мөмкинлеген бирә. Ошо уҡ алымдарҙы округтағы эштә лә әүҙем файҙаланырбыҙ тип ышанам".
Ул шулай уҡ Волга буйы федераль округындағы ҙур сәнәғәт һәм фәнни-технологик ҡеүәтте, туристик мөмкинлектәрҙе, ҡыҙыҡлы йолаларҙы телгә алды.
Игорь Комаров Рәсәй Президенты күрһәтмәләрен үтәүҙе тәү сираттағы бурыс тип билдәләне. Ул милли проекттарҙың асыҡлығын тәьмин итеү, уларҙы йылдам тормошҡа ашырыу өсөн ил Хөкүмәтендәге бөтә сараларҙы, шулай уҡ төбәк һәм округ мөмкинлектәрен файҙаланырға әҙер булыу тураһында белдерҙе.
Фото: http://pfo.gov.ru/press/events/105659/