Башҡортостан
+28 °С
Дождь
Бөтә яңылыҡтар

Был әҫәр илдәге бары ике театрҙа ғына ҡуйыла

Мартта Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры Мәскәүҙәге гастроль сиктәрендә “Аттила” спектаклен баш ҡала тамашасыларына күрһәткән ине.

Был әҫәр илдәге бары ике театрҙа ғына ҡуйыла

3 августа Рәсәй Ҙур театрының тарихи сәхнәһендә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры артистары Жюль Масснеҙың “Дон Кихот” әҫәренә спектакле ҡуясаҡ. Әҫәрҙе билдәле опера йырсыһы, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Асҡар Абдразаҡов сәхнәләштергән. Был һуңғы йыл ярым эсендә театрҙың ошо уҡ сәхнәлә икенсе сығышы буласаҡ.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, мартта Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры Мәскәүҙәге гастроль сиктәрендә “Аттила” спектаклен Мәскәү тамашасыларына күрһәткән ине. Был сара Башҡортостан Хөкүмәте ярҙамында мөмкин булды. Башҡортостан өсөн иҫтәлекле был ваҡиғала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашҡайны.

Тиҙҙән данлыҡлы сәхнәлә Башҡорт опера һәм балет театрының йәнә икенсе спектаклен күрһәтәсәктәр. Шуны билдәләргә кәрәк: был ике спектакль илдәге ике театрҙа ғына ҡуйыла. Быға тиклем уны Мариинск театрында ғына ҡарарға мөмкин ине. Хәҙер иһә был әҫәр Башҡорт опера һәм балет театры репертуарында ла барлыҡҡа килде. Операның премьераһы быйыл май айында Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында булғайны. Сараға тамашасылар күпләп килгәйне һәм ул музыкаль сәнғәт белгестәре тарафынан матур ҡабул ителгәйне. Театр цехында спектаклде сәхнәгә сығарыу өсөн 14 ай көс түктеләр. Опера өсөн 400 тирәһе костюм, 200 тирәһе баш кейеме һәм 100-ҙән ашыу аяҡ кейем тегелгән.

Ошондай сәнғәт әҫәрҙәренең сәхнәгә сығарылыуы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Мәҙәниәт” милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырырға ярҙам итә.

Фото: Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Айһылыу Низамова