Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
25 Июль 2021, 15:30

Башҡортостан аграрийҙары күпләп техника һатып ала

Башҡортостан аграрийҙары һатып алған техника күләме үткән йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда 30 процентҡа артҡан.

Башҡортостан аграрийҙары күпләп техника һатып ала
Башҡортостан аграрийҙары күпләп техника һатып ала

Республика аграрийҙары техника яңыртыуҙы дауам итә. Йыл башынан ауыл хужалығы предприятиелары 6,1 миллиард һумлыҡ 1813 берәмек техника һатып алған. 

- Заманса ауыл хужалығы техникаһы баҫыу эштәрен тиҙ һәм сифатлы башҡарырға ярҙам итә. Быйылғы кеүек ҡоро килгән йылдарҙа был айырыуса әһәмиәтле. Уңыш йыйыу кампанияһында 3900 иген урыу комбайны эшләйәсәк. Был үткән йылдағынан 100 берәмеккә күберәк, - ти Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.

Аграрийҙар техника һатып алыуға сығымдарҙың бер өлөшөн республика программаһы аша  ҡаплай ала. 2020 йылда бының өсөн төбәк бюджетынан 1,8 миллиард һум аҡса бүленгән.  Шулай уҡ ауыл хужалығы тауары етештереүселәре беренсе ярты йылда Росагролизинг программаһында ҡатнашыуға 422 ғариза биргән, шулар араһынан ике миллиард һумға торошло  ғариза (299 техника тигән һүҙ) хупланған.  Әлеге ваҡытҡа  был программа аша 1,2 миллирад һумлыҡ 246 берәмек техника алынған.

Ауыл хужалығы техникаһын һатып алыу Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Ауыл сәнәғәт комплексы үҫеше” милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырырға ярҙам итә.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Фото: БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте. 

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: