

Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты хәбәр итеүенсә, ошо көндәрҙә Ҡырымда үткән “Таврида-Арт” фестивалендә Өфө ҡыҙы Радмила Ғәлиуллина үҙ проекты менән ҡатнашып, бер миллион һумлыҡ грант алыуға өлгәшкән. Ул үҙенең музыкаль студияһын асыу уйы менән яна.
Бөтә Рәсәй йәштәр проекты конкурсы “Таврида” арт-кластеры студияһы” сиктәрендә ойошторола һәм ил Президенты Владимир Путиндың май указдары тарафынан билдәләнгән “Мәғариф” милли проектына ярашлы булдырылған Социаль әүҙемлек” федераль проектына инә.
Конкурста Радмила Ғәлиуллина “MATURR” тип аталған төркөмдөң “MATURR музыкаль лабораторияһы” тип аталған проектты тәҡдим итте һәм уны тормошҡа ашырыуға 1 миллион һумға торошоло грант менән бүләкләнде.
Радмила был уй менән күптән яныуы, йәш музыканттарҙы берләштереп, заманса башҡорт музыкаһы ижад итеүгә шарттар тыуҙырырға теләүе хаҡында әйтте. Бының менән проект авторы йәштәр донъяһында башҡорт телен киңерәк танытыуға ла булышлыҡ итергә уйлай.
“Тәүҙә беҙ 25 йәш музыкантты саҡырып, туған телебеҙҙә яңы йырҙар яҙыуҙы планлаштырабыҙ. Маҡсатыбыҙ – заманса һәм көнүҙәк башҡорт музыкаһын тулыландырыу”, - ти Радмила Ғәлиуллина.
Фото: Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты.
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан