Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
26 Июль 2021, 14:45

Милли проекттар нисек тормошҡа ашырыла?

Илшат Тажетдинов милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу йомғаҡтары һәм йыл аҙағына тиклемге бурыстар тураһында һөйләне.

Милли проекттар нисек тормошҡа ашырыла?
Милли проекттар нисек тормошҡа ашырыла?

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәргән сираттағы оператив кәңәшмәлә Хөкүмәт Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – Хөкүмәт Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов 2021 йылдың тәүге яртыһында Башҡортостанда милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу йомғаҡтары һәм йыл аҙағына тиклемге бурыстар тураһында һөйләне.

Быйыл 45 төбәк проекты буйынса айырым маҡсатлы 150 күрһәткескә өлгәшеү ҡарала. Тәүге ярты йыллыҡ мәғлүмәттәре буйынса 21 күрһәткескә өлгәшелгән, 120-һен йыл аҙағына тиклем үтәү ҡарала, йәнә туғыҙында (“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ҡағыла) бер аҙ тайпылыштар булыуы ихтимал.

Быйыл республикала милли проекттарға 27 миллиард һум аҡса бүленә, шуның 18,8 миллиард һумы – федераль аҡса, 8,2 миллиарды – республика ҡаҙнаһыныҡы.

Сараларҙы ваҡытында һәм сифатлы тормошҡа ашырыу, бюджет аҡсаһының маҡсатҡа ярашлы, һөҙөмтәле файҙаланылыуын тәьмин итеү өсөн республика Хөкүмәте бюджет аҡсаһының үҙләштерелеүенә, финанс килешеүҙәре төҙөүгә, милли проекттар нигеҙендә сафҡа индерелгән объекттарҙың әҙерлегенә, йыһазландырылыуына, дәүләт һәм муниципаль килешеүҙәрҙең үтәлешенә мониторинг ойошторҙо.

Мәғлүм булыуынса, быйыл милли проекттар нигеҙендә 34 объект төҙөлә һәм реконструкциялана, шуларҙың 20-һендә эште быйыл тамамлау күҙаллана. Башҡортостан Башлығының милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу барышында асыҡланған хоҡуҡ боҙоуҙарға мониторинг тураһындағы бойороғон үтәү йәһәтенән алып барылған эш даими контролдә тотола.

Быйыл муниципаль берәмектәргә бюджет-ара трансферттар йәһәтенән милли проекттарҙы финанслау структураһы үҙгәргән. Былтыр был трансферттар 7,5 миллиард булһа, быйыл 10,5 миллиард һум тәшкил итә. Шул уҡ ваҡытта уларҙың яртыһынан күберәге Өфө ҡалаһына тура килә.

Илшат Тажетдинов 2021 йылдың тәүге яртыһында милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙың төп йомғаҡтарына туҡталды. Уның әйтеүенсә, 1,253 миллион квадрат метр торлаҡ сафҡа индерелгән, 59 меңдән ашыу ғаилә сабыйҙары тыуыуға бәйле айлыҡ түләү алған, өс муниципаль мәҙәниәт учреждениеһы реновацияланған, поликлиникалар, дауаханалар нигеҙендә өс онкологик амбулатор ярҙам үҙәге, Октябрьский һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында “Минең бизнесым” үҙәге офистары асылған, дауалау учреждениеларына байтаҡ медицина ҡорамалдары тапшырылған.

Йыл аҙағына тиклем 2,460 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөү, 146 йәмәғәт биләмәһен төҙөкләндереү, бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи биләмәләрҙә уңайлы ҡала мөхите булдырыу буйынса иң яҡшы проекттарҙың Бөтә Рәсәй конкурсында еңгән 13 проектты тормошҡа ашырыуҙы тамамлау, 309 километрҙан ашыу автомобиль юлын тәртипкә килтереү, Өфө һәм Салауат ҡалаларында, Өфө һәм Иглин райондарында төп магистраль урамдарҙы, объекттарҙы капиталь ремонтлау, баш ҡалала Ағиҙел йылғаһы аша күперҙе реконструкциялауҙың беренсе этабын ахырына еткереү күҙаллана.

Социаль өлкәлә Салауат районының Янғантау ауылында 190 урынлыҡ балалар баҡсаһын сафҡа индереү, 17 мәғәниәт объекты төҙөү һәм реконструкциялау, Республика балалар онкологияһы һәм гематологияһы үҙәге төҙөлөшөн башлау, Сибайҙа, Бөрөлә ике онкологик амбулатор ярҙам үҙәге асыу, мәғариф ойошмаларының матди-техник базаһын яңыртыу, 207 “Үҫеш нөктәһе”н ойоштороу планлаштырыла.

Фото: strategy24.ru

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: