Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
26 Июль 2021, 11:00

Йәш музыканттар, һеҙҙең иғтибарға!

Конкурста 7 - 15 йәшлек балалар ҡатнаша ала. Шарттары - яҙмала.

Йәш музыканттар, һеҙҙең иғтибарға!
Йәш музыканттар, һеҙҙең иғтибарға!

Өфөлә йәш музыканттар араһында Нариман Сабитов исемендәге I халыҡ-ара конкурс үткәрелә.

Был сара 1-3 ноябрҙә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә булдырылған “Мәҙәниәт” милли проектының “Ижад кешеләре” проектына ярашлы уҙғарыла. Конкурс “Фортепиано” һәм “Скрипка” номинациялары буйынса дистанцияла видеяҙмалар ебәреп үткәрелә. Ул республиканың Мәҙәниәт министрлығы менән Н. Сабитов исемендәге 1-се балалар музыкаль мәктәбе менән берлектә ойошторола.

Конкурста Рәсәйҙең, БДБ, сит илдәрҙең музыкаль һәм сәнғәт мәктәптәрендә уҡыған ете йәштән 15 йәшкә тиклемге балалар ҡатнаша ала. Жюри составына Мәскәү, Ҡазан консерваторияларының һәм З. Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт институтының арҙаҡлы уҡытыусылары инәсәк.  

Сарала ҡатнашыу өсөн конкурстың sabitov-competition.com рәсми сайтындағы ғаризаны тултырырға кәрәк. Уға ҡатнашыусының 640х480 пикселдән кәм булмаған форматтағы фотоһын һәм конкурсанттың тыуыу тураһындағы таныҡлығын йәки паспортын (исем-шәрифтәрен, тыуыу датаһы, серияһы, номеры, кем тарафынан һәм ҡасан бирелеүе, теркәлеү урынын теркәргә (JPEG, JPG форматта) кәрәк. Тағы шуныһы: ғаризаларҙы 20 октябргә тиклем ебәреү зарур. 20 октябрҙән һуң килгән ғаризалар һәм видеояҙмалар ҡаралмаясаҡ.

Фото: Мәҙәниәт министрлығы.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: