Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
26 Июль 2021, 09:00

Йүнселдең теләге тормошҡа ашҡан

Борай районында Эльвина Гәрәева ролл, суши, пицца етештерә.

Йүнселдең теләге тормошҡа ашҡан
Йүнселдең теләге тормошҡа ашҡан

Борай районы хакимиәте мәғлүмәттәренә ярашлы, былтыр йәш кенә Эльвина Гәрәева район хакимиәтендә уҙғарылған “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә үҙ эшен асыу теләген белдергән.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проекты һәм Борай районы буйынса төньяҡ район-ара халыҡ мәшғүллеге үҙәге аша эшһеҙҙәргә ярҙам күрһәтеү конкурсы нигеҙендә уға ниәтләгәнен башлау өсөн яңы ҡорамалдар һатып алыуға финанс ярҙамы күрһәтелә. Өҫтәүенә, Эльвина шәхси эшҡыуар булып та теркәлә. Бөгөн иһә йүнсел ролл, суши, пицца әҙерләй. Ризыҡты эшҡыуарҙың предприятиеһынан барып алырға, шулай уҡ өйгә йәки офисҡа килтереүгә заказ бирергә мөмкин.

“Айырыуса суши менән роллға ихтыяж ҙур. Был ғәжәп тә түгел, түбән калориялы диңгеҙ ризыҡтары тәмле лә, туҡлыҡлы ла. Район халҡы уларҙы яратып ашай”, – тип уңыштары менән уртаҡлашты Эльвина Гәрәева.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/127107

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/127107

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: