Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
27 Июль 2021, 17:10

Етештереү йылдамлығын икеләтә арттырғандар

Етештереү участкаһында һаҡсыл етештереү алымдары уңышлы ҡулланылған.

Етештереү йылдамлығын икеләтә арттырғандар
Етештереү йылдамлығын икеләтә арттырғандар

Күмертауҙа Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектында ҡатнашҡан “Ойлтиммаш” заводы ҡорамалдар етештереү йылдамлығын икеләтә арттырған. Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары Айрат Фәхретдинов ошо турала һөйләне.

– “Ойлтиммаш” заводы өс фазалы сепаратор һауыты етештереү проектын тормошҡа ашырған. “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектында ҡатнашыу һөҙөмтәһендә предприятие эште башҡарыу ваҡытын 480 сәғәттән 240 сәғәткә тиклем, ә ахырына еткерелмәгән етештереү күләмен 24 дананан 11 данаға тиклем кәметкән, – тине Айрат Фәхретдинов.

Пилот проекты өсөн термик киҫеү участкаһы һайланған, сөнки бында төп клиенттарҙан алынған заказдарҙы юғалтыу, продукцияның үҙҡиммәте баҙарында артта ҡалыу хәүефе булған, шул уҡ ваҡытта етештереүсәнлекте арттырыу мөмкинлеге лә тупланған. Төп проблема – заказсының талабы буйынса конструкторлыҡ документтарын үҙгәртеү, ҡайһы бер ҡорамалдарҙың йыш сафтан сығыуы, планлаштырылмаған ашығыс эштәр, түбән етештереүсәнле ҡул хеҙмәте. Уларҙы хәл итеү өсөн заказсы менән ғәмәлдәрҙе ентеклерәк яраштырыу, үҙ-ара эш итеү ҡағиҙәләрен төҙөү, ҡорамалдар запасын туплау, цехта тәртип булдырыу, ҡайһы бер эшсе һөнәрҙәре буйынса персонал резервын ойоштороу кеүек саралар тәҡдим ителде.

– “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” программаһында ҡатнашыу һәм белемде камиллаштырыу – предприятиела һаҡсыл етештереүҙе ойоштороу йәһәтенән ҙур алға китеш ул. Пилот участкаһында ошо һаҡсыл етештереү алымдары уңышлы ҡулланылды. Әле ул башҡа участкаларға ла таратыла, – тине заводтың техник директоры Антон Николаев.

 

 

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Фото: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=52192

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=52192

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: