Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
27 Июль 2021, 09:30

Өҫтәмә саралар үткәреүҙе талап итә

Башҡортостан Республикаһының Ер һәм милек мөнәсәбәттәре министрлығы ер участкаларында юл буйы хеҙмәтләндереүе объекттарын урынлаштырыуға уларҙы бер категориянан икенсе категорияға күсереү проблемаһын хәл итеү өсөн өҫтәмә сара үткәрергә тәҡдим иткән.

Өҫтәмә саралар үткәреүҙе талап итә
Өҫтәмә саралар үткәреүҙе талап итә

Башҡортостан Республикаһының Ер һәм милек мөнәсәбәттәре министрлығы ер участкаларында юл буйы хеҙмәтләндереүе объекттарын урынлаштырыуға уларҙы бер категориянан икенсе категорияға күсереү проблемаһын хәл итеү өсөн өҫтәмә сара үткәрергә тәҡдим иткән.

- Юл буйы хеҙмәтләндереүе объектын урынлаштырыу өсөн перспективалы 782  участканың 361-е хужалыҡ әйләнешенә йәлеп итеү өсөн өҫтәмә саралар үткәреүҙе талап итә, - тип хәбәр итте республиканың ер һәм милек мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская. – Ер участкаларын анализлау һөҙөмтәһендә йыш ҡына биләмәләрҙе планлаштырыу документтарында уларҙа юл буйы хеҙмәтләндереүе объекттары ҡаралмаған. Был уларҙа ҡунаҡхана йәки автозаправка төҙөлөшө өсөн етди кәртә булып тора.

Һөҙөмтәлә документты әҙерләү өсөн, беренсенән, урындағы үҙидара органы әҙерләгән һәм биләмәне планлаштырыуҙы  раҫлаған документ кәрәк. Икенсенән, ер участкаһын формалаштырыу һәм уны ярашлы категорияға  күсереү.

Башҡортостан Хөкүмәтенең 2015 йылдың 3 февралендәге 21-се ҡарарына ярашлы, ер участкаһын бер категориянан икенсеһенә күсереү республиканың Ер һәм милек мөнәсәбәттәре министрлығы һәм башҡа  ведомстволар, башҡарма власть органдары менән берлектә ҡабул ителә. Бындай ҡарарҙы ҡабул итеү ваҡыты ике айға тиклем ваҡыт тәшкил итә.

Юл буйы хеҙмәтләндереүе үҫеше Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа киләсәк “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырырға ярҙам итәсәк.

 

Фото: Ер һәм милек мөнәсәбәттәре министрлығы.

 

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: