Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
28 Июль 2021, 10:30

Алдынғы дауалау ысулы ярҙамға килде

Быйыл  яңы төҙөлгән Амбулатор онкология ярҙамы үҙәктәрен йыһазландырыуға республика бюджетынан 75,5  миллион һум аҡса йүнәлтелде.

Алдынғы дауалау ысулы ярҙамға килде
Алдынғы дауалау ысулы ярҙамға килде

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Онкология сирҙәре менән көрәш” федераль проектына ярашлы, Мәсәғүт үҙәк район дауаханаһы базаһындағы Амбулатор онкология ярҙамы үҙәгенә эндоскопик комплекс килтерелде. 12,3 миллион һумлыҡ комплекс республика бюджеты иҫәбенә алынған.

–Медицина учреждениеһы район халҡына юғары технологиялы ҡорамалда сифатлы ярҙам күрһәтә аласаҡ, – ти Һаулыҡ һаҡлау министрлығы бүлеге начальнигы Роза Яхина. Аҙ тишемле абдоминаль операциялар үткәреү өсөн тәғәйенләнгән заманса эндоскопик комплекс хирургик әмәлдәр ваҡытында  йәрәхәттәрҙе, пациенттың стационарҙа булыу срогын  кәметергә мөмкинлек бирә. Өҫтәүенә комплекс юғары сифатлы һүрәтләнеш бирә, табиптарға иң алдынғы дауалау технологияларын ҡулланырға булыша. Быйыл  яңы төҙөлгән Амбулатор онкология ярҙамы үҙәктәрен йыһазландырыуға республика бюджетынан 75,5  миллион һум аҡса йүнәлтелде.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә  һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен,  ҡан әйләнеше сирҙәрен, ямаш шештән үлем осраҡтарын  кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген  иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото:Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: